ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
16 Ноябрь 2021, 15:39

Башҡортостанға буран яҡынлаша

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса...

Башҡортостанға буран яҡынлашаБашҡортостанға буран яҡынлаша
Башҡортостанға буран яҡынлаша

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә ҡар, көндөҙ бер аҙ епшек ҡар. Айырым райондарҙа буран сығыуы, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән ҡар һырынталары ятыуы мөмкин.

Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 9-14 метр, ҡайһы бер райондарҙа уның тиҙлеге 18 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә -6,-11, аяҙытҡанда иһә -16, көндөҙ 0, -5 градус була. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

 

 

 

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-11-16/bash-ortostan-a-buran-ya-ynlasha-2585772

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас