ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
14 Ноябрь 2021, 04:05

Эттәрҙе урамға сығармағыҙ, бәйҙә тотоғоҙ!

Хужаһы өсөн улар һөйкөмлө дүрт аяҡлы дуҫ булһа, башҡалар өсөн – агрессив йыртҡыс хайуан...

Эттәрҙе урамға сығармағыҙ, бәйҙә тотоғоҙ!Эттәрҙе урамға сығармағыҙ, бәйҙә тотоғоҙ!
Эттәрҙе урамға сығармағыҙ, бәйҙә тотоғоҙ!

Граждандарҙың һаулығы һәм ғүмере өсөн хәүефте агреcсив эттәр тыуҙыра ала. Балалар өсөн эттәр айырыуса хәүеф тыуҙыра, илдә тап шуның менән бәйле күңелһеҙ ваҡиғалар теркәлде.

Мәғлүмәт-консультация үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Хәйбулла районында подрядсы тәүлек әйләнәһенә хужаһыҙ эттәрҙе эҙләй башлаған. Хужалар үҙ эттәрен бәйләп йә булмаһа махсус вольерҙа аҫрарға тейеш. Урамда  ирекле йөрөгән эттәр хужаһыҙ йәғни берәҙәк тип иҫәпләнә, улар кешеләргә, ҡош-ҡортҡа, мал-тыуарға зыян килтерә. Әйтергә кәрәк, хужаһы өсөн улар һөйкөмлө дүрт аяҡлы дуҫ булһа, башҡалар өсөн – агрессив йыртҡыс хайуан. Бергәләп беҙ бәхетһеҙ осраҡтарға юл ҡуймайбыҙ!

 

 

 

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас