ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
13 Ноябрь 2021, 04:50

"Әсәһе үҙен ғүмерҙә лә ғәфү итә алмаҫ..."

Ҡот осҡос фажиғә арҡаһында 18 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө.

"Әсәһе үҙен ғүмерҙә лә ғәфү итә алмаҫ...""Әсәһе үҙен ғүмерҙә лә ғәфү итә алмаҫ..."
"Әсәһе үҙен ғүмерҙә лә ғәфү итә алмаҫ..."

10 ноябрҙә Туймазы районында бик ҡурҡыныс авария теркәлгән: трассала “Хендай Солярис” менән “Вольво” йөк машинаһы бәрелешкән. Еңел автомобиль руле артында - 45 йәшлек ҡатын, уның янында 18 йәшлек ҡыҙы ултырған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәрелеш көслө була һәм пассажир яғына тура килә. Эҙемтәһе бик аяныслы: 18 йәшлек ҡыҙ шул урында йән бирә. Уның әсәһе ауыр хәлдә дауаханала.

Видеотеркәү камераһынан күренеүенсә, ауыр йөк машинаһы бәләкәй юлдан трассаға ҡапыл килеп сыҡҡан еңел автомобилде бәрҙерә. Күрәһең, водитель ҡатын ҙур техника алдынан тиҙ генә үтеп китергә теләгән, әммә тегеһе лә шәп килгән шул, ул бер нисек тә туҡтап өлгөрмәҫ ине.

“Комсомольская правда" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ғаилә Ҡандракүл ауылында йәшәгән. Был көндә әсәле-ҡыҙлы ҡунаҡтан ҡайтып килгән. Ҡатын балаһын яңғыҙы тәрбиәләгән. Улар менән бергә өләсәләре лә йәшәгән. Былай ҙа сирле өлкән ҡатын, ейәнсәренең һәләк булғаны тураһында ишеткәс, бөтөнләй түшәккә ятҡан. Ҡыҙҙың атаһы ла ошо ауылда йәшәй, балаһын ерләүҙе ул үҙ өҫтөнә алған.

Ҡандракүл халҡы был ғаилә тураһында тик яҡшы һүҙҙәр әйтә. Әсәй кеше урындағы мәҙәниәт йортонда эшләгән, райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан. Ә ҡыҙ музыка мәктәбен тамамлаған, сәхнәлә сығыш яһарға яратҡан. Туғыҙынсы класты тамамлағас, Октябрьский нефть колледжына уҡырға ингән. Әле шунда белем алып йөрөгән булған. Ике ай элек кенә 18 йәше тулған.

"Лиана ғаиләлә берҙән-бер бала ине. Әсәһе Альбина ошоғаса комала ине, әле аңына килгән. Үҙ ғәйебе менән балаһын юғалтҡан әсәйҙең ниҙәр кисереүе тураһында уйлауы ла ауыр. Ул был хатаһы өсөн үҙен ғүмерҙә лә ғәфү итә алмаҫ", – тигән һәләк булған ҡыҙҙың әхирәте.

Икенсе әхирәте лә Лиана тураһында яҡшы һүҙҙәр әйткән. "Шул тиклем һәләтле, маҡсатына өлгәшеүсән ҡыҙ ине. Беҙ уның менән бала саҡтан таныш, бергә сәхнәлә сығыш яһаныҡ, тәүге урындар яуланыҡ. Лиана мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ", – тигән ул.

Иғтибарһыҙлыҡ, ҡайҙалыр ҡабаланыу яңы башланып торған ғүмерҙең өҙөлөүенә сәбәпсе булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоноң ише аңһыҙ фажиғәләр көн һайын булып ҡына тора. Әйҙәгеҙ, юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, хәүефтән аралайыҡ. 

 

 

 

 

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-11-11/s-e-en-mer-l-f-it-alma-2579881
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас