

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһендә ошо осорҙа, үҙгәрешле һауа торошо шарттарында, ҡайһы бер водителдәрҙең уға әҙерлекле булмау ихтималлығын иҫкәртә.
“Статистика күрһәтеүенсә, йыл һайын һауа торошо шарттарына бәйле, юлдарҙа авариялар осрағы артыуы күҙәтелә. Көндөҙ яуған ямғыр, төндә һыуытыу менән, боҙлауыҡҡа әүерелә. Ҡайһы бер водителдәр быға әҙер булмай. Дөйөм алғанда, был йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштырмағандарға һәм тиҙлек режимын күҙәтмәгәндәргә ҡағыла.
Шуға күрә, хөрмәтле водителдәр, юлдарҙа иғтибарлы булыуығыҙҙы, тиҙлек режимын күҙәтеп, хәүефһеҙ арауыҡ тотоуығыҙҙы һорайым. Ошо хәүефһеҙлек талаптарын үтәү һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡларға ярҙам итер”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.
Фото һәм мәғлүмәт район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың сәхифәһенән алынды