ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
12 Ноябрь 2021, 18:58

Районда тәүге тапҡыр "Айыҡ водителдәр парады» уҙғарылды

 Сараның төп маҡсаты -- иҫерек водителдәр ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү һәм аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелгән иҫкәртеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

Районда тәүге тапҡыр "Айыҡ водителдәр парады» уҙғарылдыРайонда тәүге тапҡыр "Айыҡ водителдәр парады» уҙғарылды
Районда тәүге тапҡыр "Айыҡ водителдәр парады» уҙғарылды

«Айыҡ ауыл – 2021» республика конкурсы һәм «Айыҡ водитель» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Әбүбәкерҙәр бөгөн «Айыҡ водителдәр парады» уҙғарҙы.

Профилактик сара Әбүбәкер–Федоровка–Аҡъяр маршруты буйынса ойошторолдо. Сараның төп маҡсаты - иҫерек водителдәр ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү һәм аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелгән иҫкәртеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.

Маршрутҡа ингән ауылдарҙың барыһында ла ҡатнашыусылар туҡтап, һәйкәлдәргә сәскәләр һалды. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында Әбүбәкерҙәр икенсе тапҡыр ҡатнаша. Былтыр улар район этабында еңеүсе булыуға өлгәшкәйне.

Фото һәм мәғлүмәт муниципаль район хакимиәте сайтынан алынды

 

Автор:
Читайте нас