

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күптән түгел Өфө ауылында асылған балалар автоҡаласығында юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү буйынса күнекмәләр үткәрелә. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Күнекмәләргә урындағы мәктәп уҡыусылары йөрөй, шулай уҡ балалар баҡсаһынан сабыйҙар ҙа килә. Балалар юлдағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теоретик, шулай уҡ практик яҡтан да өйрәнә. Автоҡаласыҡ майҙансығы ысын ҡала урамын хәтерләтә. Бында юл билдәләре һәм тамғалары, светофор ҡорамалдары һәм башҡа юл инфраструктураһы элементтары бар.
Бындай автоҡаласыҡтар балаларҙың һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймайынса, ысынбарлыҡҡа яҡын шарттарҙа практикала уларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтеүҙең берҙән-бер һөҙөмтәле алымын тәшкил итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/176816