

10 ноябрҙән 1 000 кв.м. майҙанлы гипермаркет һәм башҡа сауҙа урындарында COVID-19 ҡаршы вакцина тураһында сертификат йәки алты ай эсендә коронавирус менән ауырыған булыу тураһында белешмә, йәки кире ПЦР-тест һөҙөмтәһе менән бергә прививка эшләтергә ярамауы тураһында белешмә талап ителә.
Республика территорияһында коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса республика башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив штаб ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.
Гипермаркеттарға инеү өсөн вакцинацияланмаған граждандарға сикләү саралары индереү буйынса инициатива менән республиканың ҡала башлыҡтары сыҡҡан. Уларҙың белдереүенсә, ошондай сауҙа урындары буйлап көнөнә меңдәрсә кеше үтә.
Радий Хәбиров был тәҡдимде хуплап, коронавирус инфекцияһы таралыуы менән бәйле әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерергә ҡушты.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды