ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
28 Октябрь 2021, 15:32

Коронавирусҡа ҡаршы талаптар үтәләме?

Бөгөн Роспотребнадзор һәм район хакимиәте вәкилдәре рейдтар менән Аҡъяр һәм Бүребай ауылдарындағы сауҙа нөктәләрендә булды.

Коронавирусҡа ҡаршы талаптар үтәләме?Коронавирусҡа ҡаршы талаптар үтәләме?
Коронавирусҡа ҡаршы талаптар үтәләме?

Хәйбулла районының сауҙа үҙәктәрендә, супермаркеттарҙа, магазиндарҙа,  коронавирусҡа ҡаршы талаптар үтәлешен тикшереүҙәр даими уҙғарыла. Бөгөн Роспотребнадзор һәм район хакимиәте вәкилдәре рейдтар менән Аҡъяр һәм Бүребай ауылдарындағы сауҙа нөктәләрендә булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 октябрҙән матурлыҡ, косметика салондарына, мунса, сауна, фитнес-клубтарға, илле урындан ашыулыҡ йәмәғәт туҡланыу объекттарына ҡағылған яңы тәртип ҡағиҙәләре көсөнә инде. Уларға инеү өсөн вакцина яһатыу йәки сирҙе кисереү тураһында белешмә кәрәк.Әйткәндәй,  санитария талаптары буйынса, һәр 2-3 сәғәт һайын махсус средстволар ярҙамында предметтар  өҫтө  эшкәртелергә тейеш. Был средстволарҙың инструкциялары, сертификаттары булыу мотлаҡ. Роспотребнадзор белгестәре әйтеүенсә, был иң йыш осраған етешһеҙлектәрҙең береһе. Мәҫәлән, йыш ҡына ябай ағартыусы шыйыҡсаны йәки “белизна”ны ҡулланалар, ә ул дезинфекция средствоһы тип иҫәпләнмәй.

Ғөмүмән, Бүребай ауылында рейд барышында ҙур етешһеҙлектәр осраманы. Магазиндарға ингәндәр битлек режимын һаҡлайҙар, ә сауҙа үҙәктәрендә контроль яҡшы ойошторолған, уларҙа барыһынан да документтар – вакцина яһатыу йәки һуңғы алты айҙа сирҙе үткәреү тураһында белешмәләр талап иттеләр, температураларҙы үлсәнеләр. Роспотребнадзор белгестәре әйтеүенсә, бындай рейдтар даими үткәреләсәк.

Коронавирусҡа ҡаршы талаптар үтәләме?
Коронавирусҡа ҡаршы талаптар үтәләме?
Коронавирусҡа ҡаршы талаптар үтәләме?
Коронавирусҡа ҡаршы талаптар үтәләме?
Коронавирусҡа ҡаршы талаптар үтәләме?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас