

Был балалар ҡатнашлығында юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү буйынса саралар комплексы.
Быйылғы 9 айҙа ғына республика юлдарында балалар ҡатнашлығында 377 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 16 бала һәләк булған, 420-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған. 163 авария балалар-пассажирҙар ҡатнашлығында булған. Уларҙа 14 бала һәләк булған, 198-е йәрәхәтләнгән. Автотранспортта хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған һәм махсус ҡоролма булмаған килеш балаларҙы йөрөткән ваҡытта 8 авария теркәлеп, 2 балиғ булмаған бала һәләк булған.
Балиғ булмағандар ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәләре һанын кәметеү, уҡыусылар яғынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре балиғ булмағандар эше буйынса инспекторҙар менән берлектә рейдтар ойоштора, ә белем биреү ойошмалары педагогтары, үҙ сиратында, уҡыусыларға юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә. Шулай уҡ рейд барышында транспорт сараларында балаларҙы йөрөткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди иғтибар бүленәсәк.
Был саралар нояябрь айында тамамлана.