

Эйе, ябай ғына талаптарҙы үтәмәү сәбәпле йортһоҙ, бер әйберһеҙ урамда тороп ҡалырға мөмкин. Янғындан һуң бер нимә лә тороп ҡалмай.
Шуның өсөн үҙебеҙҙе, ғаиләбеҙҙе, ғүмер буйы йыйған мөлкәтебеҙҙе һаҡлау сараһы – янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы булғанда ни өсөн ундай мөмкинлекте файҙаланмаҫҡа? Кеше башлыса уттан түгел, ә һөрөм еҫенән һәләк була. Уның өсөн ағыулы һауаны бер нисә тапҡыр һулау ҙа етә.
Яңыраҡ Аҡъюл ауыл биләмәһендә 30 данала яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләргә, ишле ғаиләләргә янғын иҫкәртеү приборҙары ҡуйылған.
--Дәүләт программаһына ярашлы, айырым категория граждандарына ҡоролмалар ҡуйылды. Быға тиклем дә янғын иҫкәртеү приборҙары ҡуйылғайны, әммә ҡайһы берәүҙәр уның батарейкаһын ваҡытында алмаштырмай. Бының буйынса күрһәтмәләр бирәбеҙ. Был прибор янғынды иҫкәртеү өсөн иң уңайлы һәм арзан ҡоролма. Янғын иң тәүҙә төтөн сығара, прибор уны тиҙ арала тотоп, көслө сигнал бирә башлай. Уттан алда, статистика күрһәтеүенсә, кешеләр иң тәүҙә йоклағанда төтөндән тонсоғалар. Шуға күрә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республика бюджеты иҫәбенән айырым категория граждандарға бушлай ҡоролмалар ҡуйыла.
Шулай уҡ беҙҙең ауылдарҙа ла приборҙың эшләүенә бәйле, торлаҡ йортто һаҡлап ҡалған осраҡтар бар. Мәҫәлән, хужабикә икенсе эш менән мәшғүл булған арала, аш-һыу бүлмәһендә газға тоҡандырылған таба көйөп, яна башлай. Приборҙың көслө сигнал биреүе һөҙөмтәһендә аяныслы хәлгә юл ҡуйылмай. Шуға күрә, бындай ҡоролма һәр бер өйҙә булырға тейеш. Һәр кем иң беренсе үҙенең, яҡындарының ғүмерен, мөлкәтен үҙе һаҡларға тейеш. Янғынға ҡаршы ябай ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә һәм битараф булмаҫҡа кәрәк,--тине Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков.
Ысынлап та, әгәр янғынды иҫкәртеү приборы һаманғаса өйөгөҙҙә юҡ икән, уны алып ҡуйырға ваҡыт! Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан