

Был аҙнала республикала контрастлы көн торошо көтөлә. Синоптиктар күҙаллауынса, уға аҙна уртаһына һалҡын һауа массаһы йоғонто яһаясаҡ. Урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, республиканың көнсығышында яуым-төшөм көслө булмаясаҡ. Юлдарҙа төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ көтөлә. Айырым таулы райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Һауа температураһы 21 октябргә ҡарата -2...-7 градусҡа түбәнәйәсәк, урыны менән +2 буласаҡ, көндөҙ иһә 0...+5 градус торасаҡ.
Аҙна аҙағында республика биләмәһенә йылы фронт күсәсәк. Һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғары буласаҡ.
Фото: Валерий Шахов
https://www.bashinform.ru/bash/1659858/