ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
16 Октябрь 2021, 06:52

Был талаптар – беҙҙең файҙаға!

Сирлеләрҙең һаны артыуына бәйле сауҙа үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик талаптар көсәйтелде. Уларҙың үтәлешен тикшереү буйынса даими рәүештә рейдтар уҙғарыла.

Был талаптар – беҙҙең файҙаға!Был талаптар – беҙҙең файҙаға!
Был талаптар – беҙҙең файҙаға!

Республиканың бөтә район һәм ҡалаларында Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы указына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙең үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар бара. 12 октябрҙән Хәйбулла районында ла сауҙа үҙәктәренә урындарында һатып алыусыларҙың документтары – вакцина яһатыу йәки һуңғы алты айҙа сирҙе үткәреү тураһында белешмәләр булыуы ҡарала. 27 октябргә тиклем ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә менән дә инергә мөмкин.

Район хакимиәте вәкилдәре, Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында сираттағы рейд барышында, Аҡъяр һәм Бүребай ауылдары ойошмаларының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, граждандар менән эпидемиологик талаптарҙы үтәүгә бәйле иҫкәртеү әңгәмәләре уҙғарылды. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов билдәләүенсә, хәйбуллалар араһында сирләүселәр арта бара. Шул уҡ ваҡытта прививка яһатыусылар һаны ла күбәйгән, тәүлегенә 200-гә яҡын кеше вакцина ҡаҙатҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда коронавирустан 31 кеше вафат булған.

Рейд барышында “Гефест”, “Техника”, “Ғаилә”, “Йәм” һәм башҡа эре сауҙа нөктәләре тикшерелде. Шулар араһынан “Бикбау” сауҙа йәрминкәһе – районда иң ҙур сауҙа объекты, шуға күрә бында кешеләр күп йыйылыуы күҙәтелә. Ошоға бәйле ойошмала коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау өсөн айырым әһәмиәт бирәләр.

–Беҙҙә ҡәтғи тәртиптә бүлмәләрҙе эшкәртеү журналы алып барыла, эшҡыуарҙарҙың һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренең вакцина алыуы ла контролдә тотола, - ти “Бикбау” сауҙа йәрминкәһе идарасыһы Раушания Мортазина. – Төп инеү урындарында һатып алыусыларҙың температураһы үлсәнә һәм ҡулдары эшкәртелә, битлектәр булыуы ла контролгә алынған. Шулай уҡ “Бикбау”ҙа вакцинация пункты асылды. Тәүге көндә унда ике генә кеше привика алһа, артабанғы көндәрҙә унда сират барлыҡҡа килде.

Әйтергә кәрәк рейдтар даими уҙғарыласаҡ, бынан тыш 18 октябрҙән яңы сикләүҙәр үҙ көсөнә инә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда яңы сикләүҙәр өс этапта индерелә:

4 октябрҙән дәүләт һәм муниципаль музейҙарға, театрҙарға, китапханаларға, мәҙәниәт йорттарына, кинотеатрҙарға, шулай уҡ күп кеше ҡатнашлығындағы спорт сараларына инеү өсөн сикләүҙәр индерелә.

12 октябрҙән был исемлеккә сауҙа үҙәктәре, шәхси музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, кинотеатрҙар, концерт залдары өҫтәлә; прививка тураһында сертификатһыҙ йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмәһеҙ ҡала-ара автобустарға һәм «Орлан» ҡала яны поезына билет һатып алып булмай.

18 октябрҙән сикләү саралары матурлыҡ салондарына, СПА-салондарға, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, ресторан-кафеларға (әгәр унда 50-нән ашыу урын булһа) ҡағыла.

27 октябрҙән һуң ПЦР-тестар ҡабул ителмәйәсәк.

Был талаптар – беҙҙең файҙаға!
Был талаптар – беҙҙең файҙаға!
Был талаптар – беҙҙең файҙаға!
Был талаптар – беҙҙең файҙаға!
Был талаптар – беҙҙең файҙаға!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас