ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
8 Октябрь 2021, 16:57

Магазинға барһаң, белеп ҡуй!

Документтарҙың береһе лә булмаһа, сауҙа үҙәге хеҙмәткәрҙәренең кешене индермәҫкә хоҡуғы бар.  

Магазинға барһаң, белеп ҡуй!Магазинға барһаң, белеп ҡуй!
Магазинға барһаң, белеп ҡуй!

Өфө ҡалаһының сауҙа үҙәктәре вәкилдәре һатып алыусыларға коронавирус инфекцияһы таралыуы менән бәйле индерелгән яңы ҡағиҙәләрҙе күҙәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 октябрҙән республикала, яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, сауҙа үҙәктәренә, шәхси милектәге музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға,  кинотеатрҙарға, концерт  залдарына, мәҙәниәт йорттарына бары вакцина үтеү тураһында сертификат йәки һуңғы алты ай эсендә сирҙе кисереү йәки ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһындағы белешмә менән инеп буласаҡ. Был сикләүҙәр эпидемиологик хәлде тотороҡландырыу өсөн кәрәк.

“Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу үҙәге директоры Илдар Хәйбуллин әйтеүенсә, бинаның ишектәре янында автоматлаштырылған термометрия системаһы эшләй, ҡунаҡтар өсөн өҫтәмә мәғлүмәт урынлаштырылған.

 “Һаҡта торған хеҙмәткәрҙәр смартфондар ярҙамында QR-код аша мәғлүмәт аласаҡ. Граждандың шәхесен раҫлаған документ булыуы шарт. Әгәр QR-код булмаһа, вацина яһатыу тураһында сертификат йәки  уңғы алты айҙа сирҙе үткәреү, йә булмаһа, ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә  кәрәк.

“Планета” сауҙа-күңел асыу үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, әгәр ҡунаҡтың үрҙә әйтелгән документтарҙың береһе лә булмаһа, үҙәк хеҙмәткәрҙәренең уны сауҙа үҙәгенә индермәҫкә хоҡуғы бар.  Сауҙа үҙәгендә вакцина яһатыу пункты эшләүен дә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Сауҙа үҙәктәре вәкилдәре эште Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы указына индергән үҙгәрештәргә ярашлы ойошторасағын белдерҙе. Өҫтәмә ҡорамалдар алынған, һаҡсыларға талаптар аңлатыла, йоғошһоҙландырыу эше ойошторола, сикләү саралары тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған.

Башҡортостан Башлығы “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәренә хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә төнгө клубтарҙа, мәҙәниәт-спорт учреждениеларында  һәм ҡала-ара йәмәғәт транспортында тикшереүҙәр үткәрергә ҡушты.

 

 

 

Фото: “Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-10-08/magazin-a-bar-a-belep-uy-2535189
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас