ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
8 Октябрь 2021, 11:14

12 октябрҙән райондың сауҙа үҙәктәре яңы ҡағиҙәләр буйынса эшләйәсәк

Бының тураһында “Бикбау” сауҙа йәрминкәһенең идарасыһы Раушания Мортазина мәғлүмәт бирҙе

12 октябрҙән райондың сауҙа үҙәктәре яңы ҡағиҙәләр буйынса эшләйәсәк12 октябрҙән райондың сауҙа үҙәктәре яңы ҡағиҙәләр буйынса эшләйәсәк
12 октябрҙән райондың сауҙа үҙәктәре яңы ҡағиҙәләр буйынса эшләйәсәк

“Бикбау” сауҙа йәрминкәһе – Аҡъярҙа иң ҙур сауҙа объекты, шуға күрә бында кешеләр күп йыйылыуы күҙәтелә. Ошоға бәйле ойошмала коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау өсөн айырым әһәмиәт бирәләр.

–Беҙҙә ҡәтғи тәртиптә бүлмәләрҙе эшкәртеү журналы алып барыла, эшҡыуарҙарҙың һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренең вакцина алыуы ла контролдә тотола, - ти Раушания Мортазина. – Төп инеү урындарында килеүселәрҙең температураһы үлсәнәсәк һәм ҡулдары эшкәртеләсәк, битлектәр булыуы ла контролгә алына. Бынан тыш бинаға инеү урындарында 12 октябрҙән сауҙа үҙәгендә булыуҙың яңы ҡағиҙәләре тураһында иҫкәрткән алтаҡталар эленгән. Был көнгә ҡарай “Бикбау”ҙа вакцинация пункты асылыуы көтөлә. Әлегә уның эш графигы төҙөлгән.

Хәтергеҙгә төшөрәбеҙ, 12 октябрҙән республикала, яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, сауҙа үҙәктәренә, шәхси милектәге музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға,  кинотеатрҙарға, концерт  залдарына, мәҙәниәт йорттарына бары вакцина үтеү тураһында сертификат йәки һуңғы алты ай эсендә сирҙе кисереү йәки ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһындағы белешмә менән инеп буласаҡ. Ә 27 октябрҙән һуң ПЦР-тестар ҡабул ителмәйәсәк. Был сикләүҙәр эпидемиологик хәлде тотороҡландырыу өсөн кәрәк.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас