

«Ҡайһы берҙә инде ҡул төшә башлай, сөнки коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлы. Мәкерле сирҙән 65 йәштән өлкәндәр күп китә. Хроник сирлеләр вафат була. Улар бөтәһе лә йә прививка яһап өлгөрмәгән, йә яһарға теләмәгән, – тип яҙа баш табиптар. – Коронавирус – бик ҡурҡыныс сир. Әгәр кеше яһалма һулыш аппаратына тоташтырылһа һәм реанимацияға эләкһә, берәү ҙә бер ниндәй ҙә фараз яһай алмай".
Табиптар әйтеүенсә, йәмғиәттә прививкаға ҡаршы ялған мәғлүмәт таратыусылар күп. Ә коронавирустан үлеүселәр көндән-көн арта бара. Шуға күрә табиптар Башҡортостан Башлығына 65 йәштән өлкәнерәктәр һәм хроник сирлеләрҙе хәстәрләүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Пандемияның киләһе тулҡынын имен үткәреү, вафат булыусылар һанын кәметеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк.
Асыҡ хатты социаль селтәрҙәрҙә Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһы, Зубоволағы һәм Стәрлетамаҡтағы йоғошло сирҙәр үҙәктәре баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов баҫып сығарҙы. Хатҡа шулай уҡ бүтән дауаханалар баш табиптары: Тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһынан Ирина Карамова, Октябрьский 1-се ҡала дауаханаһынан Сергей Иванов, Стәрлетамаҡ 2-се ҡала дауаханаһынан Эльвира Ғилванова, Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһынан Олег Астахов, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһынан Радик Нәҙерғолов һәм Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһынан Булат Ғарифуллин ҡул ҡуйған.
"Башинформ".
Фото: Олег Яровиков