ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
30 Сентябрь 2021, 16:25

Янғындың төп сәбәбе – иҫерек килеш тәмәке тартҡан йоҡосолар

*

Янғындың төп сәбәбе – иҫерек килеш тәмәке тартҡан йоҡосоларЯнғындың төп сәбәбе – иҫерек килеш тәмәке тартҡан йоҡосолар
Янғындың төп сәбәбе – иҫерек килеш тәмәке тартҡан йоҡосолар

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов үткәргән матбуғат конференцияһы янғында кешеләр һәләк булыуы осраҡтарын кәметеүгә арналды. Унда шулай уҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров менән Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов та ҡатнашты.

Сығыштарҙан күренеүенсә, йыл башынан республикала 8701 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа 186 кеше һәләк булған, шуларҙың ун икеһе – балалар. Был статистика артында – янғын хәүефһеҙлеген күҙәтмәү арҡаһында һәләк булғандарҙың ата-әсәләренең, яҡындарының әсе күҙ йәштәре.

Был үлемесле фажиғәләрҙең төп сәбәптәре өсәү: иҫерек килеш тәмәке тартҡанда йоҡлап китеү, электр ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү, мейес яҡҡанда һаҡсыллыҡ талаптарын күҙәтмәү.

Янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү – һәр кемдең бурысы. Һүнмәгән тәмәке төпсөктәрен теләһә ҡайҙа ырғытмағыҙ! Бүлмә эсендә тартмағыҙ! Электр ҡорамалдарын ҡулланғанда һәм мейес яҡҡанда тәүҙә был эштең хәүефһеҙ булыуына инанығыҙ! Матбуғат конференцияһында шундай саҡырыуҙар яңғыраны.

Янғын хәбәр иткестәре тураһында айырым һөйләшеү булды. Был приборҙар һуңғы биш йылда республикала 648 кешене, шул иҫәптән 249 сабыйҙы үҙ ваҡытында ҡотҡарып ҡалырға ярҙам иткән.

 

 

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-09-30/yan-yndy-t-p-s-b-be-i-erek-kilesh-t-m-ke-tart-an-yo-osolar-2525441
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас