Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
4 Сентябрь 2021, 09:51

Беҙ терроризмға ҡаршы, беҙ тыныслыҡ өсөн!

Вәлит мәктәбе уҡыусылары өсөн фәһемле сара уҙғарылды #АкцияМыПротивТерроризма#ДеньСолидарности

Беҙ терроризмға ҡаршы, беҙ тыныслыҡ өсөн!
Беҙ терроризмға ҡаршы, беҙ тыныслыҡ өсөн!

3 сентябрҙә Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө блдәләнә. Был көндө бөтә ил буйынса ошо темаға арналған саралар уҙғарыла. Вәлит мәктәбе уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы «Терроризм һәм шәхси хәүефһеҙлек», «Урамда, мәктәптә сит әйберҙәргә юлыҡҡанда тәртип ҡағиҙәләре», «Бесланда фажиғә» темалары буйынса  илһөйәрлек сәғәтен уҙғарҙы.

Сара барышында балалар терроризмдың барлыҡҡа килеү тарихы, иң билдәле терракттар, шул иҫәптән 2004 йылдың сентябрендә Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһының Беслан ҡалаһында булған фажиғә тураһында белделәр. Ул көндө террористик акт һөҙөмтәһендә 330 кеше һәләк булды, уларҙың 186-һы балалар ине. Ошо аяныслы ваҡиғаларҙа һәләк булғандарҙың иҫкә алыу маҡсатында «Беҙ терроризмға ҡаршы, беҙ тыныслыҡ өсөн» лозунгылары менән плакаттар әҙерләне, шулай уҡ тынлыҡ минуты үтте. Уҙғарылған сара балаларға экстремаль хәлдәрҙә нисек хәүефкә ҡаршы торорға, нисек үҙеңде һәм яҡындарыңды яҡларға өйрәтте.Үҙебеҙ йәшәгән мөхиттә террористик акттар булмаһын тиһәк, һәр беребеҙгә уяу булыу зарур.

 

 

 

фото:Вәлит ауылы мәҙәниәт йорто

Беҙ терроризмға ҡаршы, беҙ тыныслыҡ өсөн!
Беҙ терроризмға ҡаршы, беҙ тыныслыҡ өсөн!
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас