ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
24 Август 2021, 17:09

Бар икән дә ҡыйыу ир-егеттәр!

13 августа һыуға батҡан ирҙе ҡотҡарғанда Өфө һәм Ҡазан егеттәренә ирекһеҙҙән танышырға тура килгән....  

Бар икән дә ҡыйыу ир-егеттәр!Бар икән дә ҡыйыу ир-егеттәр!
Бар икән дә ҡыйыу ир-егеттәр!

Өфө егете Ренат Сафин менән Ҡазан ҡалаһында йәшәгән Илья Ермолаев бер-береһен электән белмәгән. 13 августа һыуға батҡан ирҙе ҡотҡарғанда ғына танышырға тура килгән уларға.

"Ренат әсәһе менән Архангел районының Абҙан ауылы эргәһендә ял иткәндә бер ҡатындың ярҙам һорап ҡысҡырыуын ишетә. Ҡатын иренең һыуҙа батыуы тураһында ҡысҡырған була. Ренат ярҙамға ашыға, күпмелер ара үткәс, һыу өҫтөндә иҫен юғалтҡан ирҙе күрә. Эргәһендә батыусыны тотоп торған икенсе ирҙе лә осрата. Бергәләп улар бәләгә тарыусыны яҡындағы утрауға сығара, тәүге ярҙамды күрһәтә”, – тип һөйләнеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығындағы матбуғат хеҙмәтендә.

Батырҙарҙың икенсеһе – Ҡазан егете Илья Ермолаев – һыуға батҡан ирҙе Инйәр төбөнән алып сыҡҡан. Ул утыҙ метр самаһы йөҙөп барған, ярға барып еттем инде генә тигәндә ир кире һыу төбөнә киткән. Артынан йәнә сумырға тура килгән.

Татарстан егете бында осраҡлы рәүештә килеп эләккән, Силәбе өлкәһендә ғаиләһе менән ял иткәндән һуң  Абҙанға ял итергә туҡталған булғандар.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре батыр егеттәрҙе бүләкләргә уйлай һәм тейешле документтар әҙерләй.

 

 

 

 

 

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Баш идаралығы.

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-08-24/bar-ik-n-d-yyyu-ir-egett-r-2477302
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас