

Ун йәшлек Илназдың токтан һуғылып, дауаханаға эләгеүенә республикала ҡайғырмаған, бала яҙмышына битараф булмаған кеше юҡтыр. Туймазы районының Балтай ауылында, 10 мең вольтлы токтан һуғылып, баланың иҫән ҡалыуы үҙе бер мөғжизә булһа, уның йәшәү өсөн батырҙарса көрәшеүе хайран ҡалдырырлыҡ.
Ике ҡулынан да яҙған бала 45 көн буйына Өфөләге тән бешеү үҙәгендә дауаланды. Хәҙер уның тормошонда яңы баҫҡыс башлана, Илназды дауахананан сығарҙылар. Ике аҙна реанимацияла, ай буйы тән бешеү үҙәгендә ятҡан баланың тыуған йортон, ғаиләһен, дуҫтарын нисек һағыныуы билдәле инде. Кескәй батырҙы ла барыһы юҡһынып ҡаршы алған. Фажиғәнән һуң ауыр операциялар кисергән малайҙың рухы һынмаған, ул дауаханала аяҡтары ярҙамында яҙырға, хатта һүрәт төшөрөргә өйрәнгән. Бына уның тәүге ижад емеше: аҡ ҡағыҙ битендә асыҡ күк йөҙө, ағас һәм юҡһындырған тыуған йорт!
Илназ бәхетһеҙлек осрағына нисек тарығанын хәтерләмәй. Иптәштәре менән уйнағанда туптары электр трансформаторына бәрелгәс, уны алырға тип үрелә һәм... ток һуғыуҙан иҫтән яҙа. Бары табиптар ҡулында аңына килә. Өс аҙнанан һуң протез үҙәгендә уға яңы ҡул ҡуйыу өҫтөндә эшләй башлаясаҡтар. ”Әлегә яралар тулыһынса төҙәлеп бөтмәгән, һыҙлаясаҡ әле. Дауахананан сыҡһаҡ та, яраны бәйләтергә йөрөйәсәкбеҙ. Иң мөһиме - улыбыҙ иҫән! Үҙе лә мине ”ҡайғырмағыҙ, иҫәнмен бит, яҙмыш шулай ҡушҡандыр” тип йыуата!" – ти әсәһе Зөлфиә Дәүләтова.
Быйыл 1 сентябрҙе Илназ өйҙә ҡаршылаясаҡ, уны башланғыс кластар уҡытыусыһы - атаһы уҡытасаҡ. Беҙ Илназға ҙур уңыштар, ғаиләһенә ныҡлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ. Барыһы ла яҡшы булһын.

Автор:Дина Арсланова
Фото: BashNews.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-08-21/ilnaz-y-sh-rg-yr-n-2474634