

Районда ҡоро эҫе һауа торошона бәйле, урман фондында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе класы һаҡлана.
Янғын хәүефе миҙгеле башланыуынан алып, республикала 102 осраҡта урман янғындары барлыҡҡа килеүенең сәбәбе – кеше факторы, шул иҫәптән ағымдағы йылдың 14-16 август көндәрендә теркәлгән 13 урман янғынының сәбәбе – халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе.
Урмандарҙа янғын хәүефе класын арттырыу һәм табиғәт янғындары менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сығыуҙы булдырмау маҡсаттарында 2021 йылдың 16 авгусынан 5 сентябренә тиклем республиканың 9 районы биләмәһендә (Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Күгәрсен, Учалы райондарында) граждандарҙың урмандарҙа булыуын һәм уларға транспорт саралары менән инеүгә сикләү режимы индерелә.
Шуға бәйле патруль-маневр төркөмдәре менән берлектә көн һайын урман фонды биләмәләренә ведомтсво-ара патруллек ойошторола, граждандарҙың урмандарҙа булыуын һәм уларға транспорт сараларының инеүе контролдә тотоласаҡ.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы республика халҡынан урмандарға барыуҙы кисеректереп тороуҙы һорай.
Һандар телендә:
Урмандарҙа янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған, ул физик шәхестәргә – 4000 һумдан 5000 һумҡа тиклем, юридик шәхестәргә 300 мең һумдан 500 мең һумға тиклем штраф һалыныуын күҙ алдында тота.