ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
18 Август 2021, 17:42

Бында ярҙамсыл, тырыш халыҡ йәшәй

Аҡъюл һәм Ғәлиәхмәт ауылдары араһында янғын сыҡҡас, йәше лә, ҡарты ла ут менән көрәшкә сыҡты

Бында ярҙамсыл, тырыш халыҡ йәшәйБында ярҙамсыл, тырыш халыҡ йәшәй
Бында ярҙамсыл, тырыш халыҡ йәшәй

Аҡъюл һәм Ғәлиәхмәт ауылдары араһында янғын сыҡҡас, йәше лә, ҡарты ла ут менән көрәшкә сыҡты. Бөгөн дөйөм көс менән урман янғыны ауыҙлыҡланды, урында дежурлыҡ ойошторолған.

– 16 августта иртә менән беҙ ауылдың «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары тәбиғәт ҡосағына сығып ямғыр теләргә сыҡтыҡ. Доға уҡый башлағанда, йыраҡта төтөн сыҡҡанын күрҙек. Ауылға ҡайтҡас, янғын сыҡҡанын белдек, – тип һөйләй Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе Айһылыу Байғускарова. – Беҙ хәлдән килгәнсә ярҙам итәбеҙ тип, күршем Зөһрә Атанова менән бергә йортобоҙҙа янғын һүндереүселәргә, ирекмәндәргә аш-һыу әҙерләргә тотондоҡ. Был эштә «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары, Фәниә Тимербаева, Ғәлиә Хаматшина, Әлифә Түлебаева, Миңниса Ҡыҙрасова, Роза Ҡәйепҡолова һәм башҡалар ҙур ярҙам күрһәтте. Бында ярҙамсыл, тырыш халыҡ йәшәй. Барыһына ла ҙур рәхмәт!

 

 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас