ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
17 Август 2021, 13:59

Уяулыҡты юғалтмайыҡ!

Тракторҙарға осҡондарҙы һүндергес ҡоролмаһы ҡуйыу мөһим: мал аҙығы ташығанда торбанан сыҡҡан бәләкәй генә осҡон арҡаһында ҡапыл ҡоро бесән янып,  ут сығыуы ихтимал. Шулай уҡ йорт-ҡаралтылар тирәһендәге ҡый үләндәренән ваҡытында ҡотолоу зарур,  сөнки улар яна башлаһа, ут тиҙ арала өйгә яҡынлаясаҡ...

Уяулыҡты юғалтмайыҡ!Уяулыҡты юғалтмайыҡ!
Уяулыҡты юғалтмайыҡ!

рыҫбай ауылы тирәһендәге ҙур майҙанды ялмап алған урман янғынына өҫтәп, кисә Ғәлиәхмәт һәм Аҡъюл араһындағы тауҙа ут сыҡты. Ваҡиға урынына тиҙ арала янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр, техника йүнәлтелде.

Янғындар буйынса һуңғы мәғлүмәт менән Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков таныштырҙы:

–Мәғлүм булыуынса, Урыҫбай ауылы тирәһендәге урман янғынын туҡтатыуға  күп көстәр йәлеп ителде. Бында ярҙамға бөтә республиканан тиерлек ауыр техника, янғын һүндереүселәр, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аэромобиль төркөмө, ирекмәндәр ағылды. Шулай итеп дөйөм көс менән янғынды ауыҙлыҡлауға ирештек. Бөгөнгө көндә бында урман хужалығы һәм урындағы ирекле янғын һүндереү командаһы дежурлығы ойошторолған. Кисә Ғәлиәхмәт һәм Аҡъюл араһындағы тауҙа ут сыҡты. Ваҡиға урынына тиҙ арала янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр, ауыр техника йүнәлтелде. Утҡа ҡаршы көрәшкәндән һуң, уны ауыҙлыҡларға ирештек. Яңынан ут сығыуына юл ҡумау маҡсатында был урында ла дежурлыҡ ойошторолдо. Урман янғындары менән көрәш, айырыуса техника үтеп булмаған ҡатмарлы рельефлы  урындарҙа, ҙур көстәр талап итә. Ошоға өҫтәп, халыҡты һәр ваҡыт уяу булырға, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ рәүештә үтәргә саҡырабыҙ.

 93-сө Хәйбулла янғын һағы часы начальнигы Рөстәм Хәйбуллин да халыҡты уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырҙы:

–Урыҫбай ауылы тирәһендәге урман янғыны ҡамалды, бында киңәйтелгән минераль һыҙаттар буйлап дежурлыҡ ойошторолған. Аҡъюл ауылы яғындағы янғын туҡтатылды, ауыр техника тарафынан тулыһынса уратып һөрөлдө. Әлеге ваҡытта был урында ла өсөн дежурлыҡ ойошторолған. Сөнки һауа торошо ҡапыл үҙгәреп, ел-дауыл сығып, йәнә янғын сығыу ихтималлығы бар. Шуға ла халыҡҡа ут менән һәр саҡ һаҡ булырға, сүп-сарҙы теләһә ҡайҙа ташламаҫҡа һәм башҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Миҫал өсөн, тракторҙарға осҡондарҙы һүндергес ҡоролмаһы ҡуйыу мөһим: мал аҙығы ташығанда торбанан сыҡҡан бәләкәй генә осҡон арҡаһында ҡапыл ҡоро бесән янып,  ут сығыуы мөмкин. Шулай уҡ йорт-ҡаралтылар тирәһендәге ҡый үләндәренән ваҡытында ҡотолоу зарур – һүндерелмәгән бер тәмәкенең төпсөгөнән дә ҡоро үлән янып, өйгә таралыуы ихтимал. Һәр бер ихатала ҙур күләмдә (кәмендә 200 литр) һыу запасы булырға тейеш.  Уяулыҡты юғалтмайыҡ!

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас