

Аҡъюл ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, күрше Йылайыр районы Васильевка ауылында янғын контролгә алынған. Бында 9 берәмек техника һәм кешеләр йәлеп ителгән.
Шулай ҙа уттың Ботороз (Аҡъегет) туғайына таралыу хәүефе һаҡлана.
Янғындан һаҡ булығыҙ! Янғын сыға ҡалһа, тиҙ арала ЕДДС хеҙмәтенә (112) йәки ауыл биләмәһе башлығына хәбәр итегеҙ : +7(989)9532375, +7(34758) 23725.
Аҡъюл ауыл биләмәһе.