ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
29 Июль 2021, 14:43

Тикшереүҙәр граждандар хәүефһеҙлеге өсөн мөһим

*

Тикшереүҙәр граждандар хәүефһеҙлеге өсөн мөһимТикшереүҙәр граждандар хәүефһеҙлеге өсөн мөһим
Тикшереүҙәр граждандар хәүефһеҙлеге өсөн мөһим

Башҡортостанда рейс алдынан һәм һуңынан медицина тикшереүе үткәргән шәхси ойошмалар һаны ике тапҡырға артҡан. Уларҙың иҫәбе - 33, араларынан 16-һы дәүләттеке, 12-һе - шәхси һәм бишәүһе башҡа милек формаһына ҡарай.

"Рейс алдынан мотлаҡ медицина тикшереүе үтеү закон тарафынан ҡуйылған. Был – хәүефһеҙлек шарттарының береһе", - тип белдерҙе республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялау бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. - Әгәр водитель иҫерек йәки ауырый икән, ул пассажирҙарға тулы хәүефһеҙлек гарантиялай алмай. Шуға һәр рейс алдынан тикшереү үткәрелә. Әгәр водителдә сир йәки юлға сығармау өсөн башҡа сәбәп табылһа, ул эштән ситләтелеп, артабанғы тикшереүгә йүнәлтелә".

Урта медицина белеме, белгес сертификаты булған медицина хеҙмәткәре генә был эште атҡара ла. Шул уҡ ваҡытта уның “медицина тикшереүе (рейс алдынан, рейс һуңынан)” буйынса медицина тикшереүе үткәреүгә лицензияһы булған медицина ойошмаһында эшләүе төп шарт булып тора.

Башҡортостандағы Берҙәм лицензиялар реестрында рейс алдынан һәм һуңынан тикшергән 480 медицина ойошмаһы бар. Уларҙың 120-һе – дәүләт, 267-һе – шәхси һәм 93-сө башҡа милек формаһына ҡарай.

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Демография” проекты бурыстарының береһе.

 

 

 

Фото: pravitelstvorb.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2021-07-24/tikshere-r-grazhdandar-h-ef-e-lege-s-n-m-im-2429994
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас