

15 апрелдән 28 июлгә тиклем республикала бөтәһе 229 урман янғыны теркәлгән. Шуның 105-енә тәбиғәт факторҙары, 84-енә — ут менән һаҡһыҙ эш итеү, 38-енә — башҡа категория ерҙәренән күсеү сәбәпсе, икәүһе — техноген объекттан.
Хәҙерге ваҡытта урман янғындары үткән дөйөм майҙан — 2727 гектарҙан ашыу.
Бөгөн Башҡортостанда урмандарҙа беренсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана.