ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
27 Июль 2021, 08:36

Пирамидаларға һаман ышаналар

*

Пирамидаларға һаман ышаналарПирамидаларға һаман ышаналар
Пирамидаларға һаман ышаналар

“Рәсәй банкы” финанс пирамидалары төҙөгән йәки рөхсәтһеҙ кредиттар биреү менән шөғөлләнгән 1,8 мең ойошмаға һәм Интернет проекттарына ҡарата шик белдергән. Мутлашыусыларҙы махсус мониторинг системаһына таянып та, халыҡтың мөрәжәғәттәренә ҡарап та асыҡлайҙар, уларҙың атамалары, законға ҡаршы килгән эшмәкәрлек йүнәлештәре, сайт адрестары һәм башҡа мәғлүмәттәре күрһәтелгән исемлек даими яңыртылып тора. Артабан иһә бындай  ойошмаларҙы тыйыу, сайттарын яптырыу бурыстары хоҡуҡ һаҡлау органдарына йөкмәтелә.

Миҫал өсөн Һамар өлкәһендә эшләгән “Медфарм” ҡулланыусылар кооперативын алайыҡ. “Рәсәй банкы”нда иҫәпләүҙәренсә, ул финанс пирамидаһына оҡшаған, сөнки реклама сараларын бик әүҙем үткәрә, кешеләргә һалған аҡсаларын баҙар­ҙағы уртаса кимәлдән күпкә юғары­раҡ процент менән кире ҡайтарып бирергә вәғәҙә итә. Имеш, йылына 22 процентлыҡ килем гарантия­ланған. “Рәсәй банкы”нда, әйткәндәй, “Медфарм” ҡулланыу­сылар коопера­тивының ниндәйҙер инвестиция эшмәкәрлеге алып барыуы, йәғни халыҡҡа аҡсаһын арттырып ҡайта­рыу өсөн килем сығанағы хәстәрләүе хаҡында мәғлүмәттәр юҡ икән.

Бер нисә төбәктә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла, юридик берәмек булараҡ теркәлмәгән һәм аҡса йыйыу менән шөғөлләнеү өсөн “Үҙәк банк”тан лицензия алмаған “FINIKO” интернет-проекты киң тарала бара. Уныһы иһә, йәнәһе, айына 25 процентлыҡ (!) килем бирәсәк. Бынан тыш, проект төрлө “программа”лар аша хаҡының ни бары 35 процентын түләп, автомобиль йәки торлаҡ һатып алыу, теләһә ниндәй аҡсалата бурыстан ҡалған өлөшөнөң 35 процентын ғына ҡайтарып ҡотолоу мөмкинлектәрен тәҡдим итә. Бер нисә ай элек кенә теркәлгән сайттың шундай танылыу яулауы, әлбиттә, ватандаштарыбыҙҙың ауыҙы бешкәндән һуң да өрөп ҡабырға өйрәнмәүенә, һаман еңел табыш эҙләүенә бәйле.

Төрлө ҡалаларҙа “Победа” тигән комиссия магазиндарын күргәнегеҙ барҙыр. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә алтын-көмөштө, көнкүреш техникаһын йәки еңел машинаны ҡалдырыу шарты менән бурысҡа аҡса алырға була, ти. Шуныһы ғәжәп: комиссияға тапшырылған әйберҙең хаҡын хужаһына һатылғандан һуң түгел, ә шунда уҡ тотторалар һәм бурысын кире килтергәнендә күпмелер процент өҫтәйҙәр икән. Тимәк, лицензияһыҙ килеш кредит биреү менән мауығалар.

“Рәсәй банкы” аңғартыуынса, “Победа” кеүек комиссия магазиндары йыш ҡына үҙ рекламаһында “ломбард” тигән һүҙҙе ҡуллана, шуның менән аҫтыртын эшмәкәрлеген ҡануниәткә ярашлы итеп күрһәтергә тырыша. Бындай ойошмаларға мөрәжәғәт иткән хәлдә ҙур күләмдәге штрафҡа юлығыуың, аманатҡа ҡалдырған әйбереңдән ҡолаҡ ҡағыуың бик ихтимал.

“Үҙәк банк”тың июнь башындағы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, эшмәкәрлеге финанс пирамидаһы төҙөү йәки рөхсәтһеҙ кредит биреү менән бәйле тип табылғандар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында Татарстан тора. Унда шиклеләр исемлегенә 26 ойошма эләккән. Башҡортостан – өсөнсө урында.

 

 

 

Даян МӘЖИТОВ. 

https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2021-07-27/piramidalar-a-aman-yshanalar-2433036 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас