ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
21 Июль 2021, 18:00

17 йәшлек егет әрәм...

Йыл башынан 11 баланың ғүмере өҙөлгән

17 йәшлек егет әрәм...17 йәшлек егет әрәм...
17 йәшлек егет әрәм...

Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле күпселек халыҡ йылға-күл буйҙарында ял итә, тимәк, ҡотҡарыусыларға ла был йәһәттән эш күп. Улар кешеләрҙе һыуҙан йолоп алып ҡына ҡалмай, ә үле кәүҙәләрҙе лә әленән-әле сығарып тора - шуныһы бигерәк ҡыҙғаныс...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 19 июлдә Бүздәк районы Сабай ауылындағы быуала балыҡсы һәләк булған. Дуҫтарының һүҙҙәренсә, 50 йәшлек ир ниндәйҙер мәлдә күҙ уңынан юғалған.

"Эҙләү эштәренә полиция хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте йәлеп ителгән, тик иртәгәһенә генә ирҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары тапты. Хоҡуҡ һаҡсыларына үлем сәбәбен асыҡлайһы бар", - тигәндәр ведомствола.

20 июлдә Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер ауылында ла ошоға оҡшаш фажиғә булған. 17 йәшлек егет дуҫтары менән күл буйында ял иткән. Улар тултыра торған матраста йөҙгән. Уныһы әйләнеп китеп, һыуға ҡолағандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 17 йәшлек егет ярға сығып етә алмаған. Уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар ярҙан 20 метр алыҫлыҡта һәм 10 метр тәрәнлектә тапҡан.

 

 

Фото: gorodche.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас