

Башҡортостан Республикаһы прокурорының урынбаҫары Руслан Абзалетдинов райондың яңы прокуроры - Алмаз Хәбиров менән таныштырҙы һәм район хакимиәтендә граждандарҙы ҡабул итте.
Күҙәтеү органы вәкиленә туғыҙ кеше мөрәжәғәт итте. Граждандар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам сараларын алыу менән бәйле мәсьәләләрҙе күтәрҙе, шулай уҡ Аҡъяр-Степной юлының торошо һәм Аҡъярҙа балалар майҙансығы кәрәклеге тураһында хәбәр итте. Мөрәжәғәттәрҙең һәр береһе буйынса ғаризалар ҡабул ителде һәм улар контролгә алынды.