КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Сентября , 04:13

Башҡортостанда алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре раҫланды

Автоматик тәржемә сервистарына ышанырға ярамай, профессиональ лингвистар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре раҫландыБашҡортостанда алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре раҫланды
Башҡортостанда алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре раҫланды

Республикала «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законды үтәү маҡсатында методик тәҡдимдәр әҙерләнгән. Документта алтаҡталар, күрһәткестәр һәм рәсми документтар өсөн берҙәм талаптар билдәләнгән.

Хәҙер ойошма исемдәренән алып эш графигына тиклем бөтә мәғлүмәт ике дәүләт телендә: рус һәм башҡорт телдәрендә яҙылырға тейеш. Ике текст та йөкмәткеһе һәм күләме буйынса бер төрлө булырға тейеш: тәржемәлә ҡыҫҡартыу йәки ябайлаштырыу тыйыла.

Биҙәлеш йәһәтенән төп талап: шрифт, хәрефтәрҙең ҙурлығы, төҫө ике версия өсөн дә бер төрлө булырға тейеш. Горизонталь урынлаштырылғанда һулда – башҡортса, уңда – русса текст. Ә вертикаль урынлаштырылһа, өҫтә – башҡортса, аҫта русса текст тора.

Тәҡдимдәрҙә башҡорт алфавитын дөрөҫ ҡулланыуға айырыуса иғтибар бүленә. Ә, ө, ү, ҫ, ҙ, һ, ҡ, ғ, ң  хәрефтәре хатаһыҙ яҙылырға тейеш, сөнки хәҙер улар телдәр тураһында законды тупаҫ боҙоу тип һанала.

Автоматик тәржемә сервистарына ышанырға ярамай, профессиональ лингвистар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. БР Фәндәр академияһының Башҡорт энциклопедияһы институтында йә «БашТәржемә» автоматлаштырылған тәржемә системаһында консультация алырға мөмкин.

 

Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,