

Туймазы районы прокуратураһы мутлашыусыларҙан зыян күргән пенсионер ҡатындың хоҡуҡтарын яҡлаған. Саранск суды Мордовиянан 15 йәшлек үҫмерҙең ата-әсәһенән енәйәт килтергән зыянды түләтеү тураһында ҡарар сығара.
2025 йылдың сентябрендә 62 йәшлек ҡатын телефон аша өҫтәмә эш тураһында тәҡдим ала. Артабан пенсионерҙы ялған хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм банктар хеҙмәткәрҙәре "хәүефһеҙ иҫәпкә" 63 мең һум аҡса индерергә күндерә. Сумма 15 йәшлек дропперҙың банк реквизиттарына килә.
Прокурор судҡа малайҙың ата-әсәһенән башҡаларҙың аҡсаһын файҙаланған өсөн күрһәтелгән сумманы һәм проценттарҙы түләтеү тураһында дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итә. Прокурорҙың дәғүә талаптары ҡәнәғәтләндерелә, суд ҡарары тулы күләмдә үтәлә.
фото:Башинформ