

Хәйбулла районы прокуратураһы Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе ҡатынға ҡарата енәйәт эшен судҡа ебәрҙе. Ул ялған водитель таныҡлығын файҙаланған.
2023 йылдың майында ғәйепләнеүсе интернет аша билдәһеҙ кешелән 100 мең һумға таныҡлыҡ һатып ала. Өс йылға яҡын ваҡыт үткәс, ул был документты ЮХХДИ хеҙмәткәренә күрһәтә. Тикшереү һөҙөмтәһендә документтың ялған булыуы асыҡлана. Ғәйепләнеүсе үҙенең енәйәт ҡылыуында ғәйебен таныған. Енәйәт эше Йылайыр район-ара судына ебәрелгән.
фото:Башинформ