КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
19 Августа , 14:44

Дауахана бүлексәһе мөдире ришүәт алған өсөн эшенән бушатылған

Добавить в предпочтительные источники Google
Дауахана бүлексәһе мөдире ришүәт алған өсөн эшенән бушатылғанДауахана бүлексәһе мөдире ришүәт алған өсөн эшенән бушатылған
Дауахана бүлексәһе мөдире ришүәт алған өсөн эшенән бушатылған

Белорет район-ара прокуратураһы коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерҙе.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, район дауаханаһының терапия бүлеге мөдире аҡсаға пациентҡа эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын тултырған. Бының өсөн ул 20 мең һум алған. Табип дауахана етәкселегенән мәнфәғәттәр конфликтын йәшергән.

Суд табипты ғәйепле тип тапҡан, ышанысты юғалтыу сәбәпле уны эшенән бушатҡан.

 

ФОТО: ОЛЕГ ЯРОВИКОВ | «БАШИНФОРМ» МӘҒЛҮМӘТ АГЕНТЛЫҒЫ АРХИВЫ

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы