

Өфөлә сит ил кешеһе ҡатынын үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә. Енәйәт ҡылыу өсөн ир ҡатын-ҡыҙ булып кейенгән.
Башҡортостандың Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, даими ғауғанан һуң ир менән ҡатын айырылышҡан. Быйыл апрелдә фигурант Рәсәйгә килгән. Уны танымаһындар өсөн ҡатын-ҡыҙҙар спорт костюмын, парик һәм битлек кейгән һәм ҡатынды күҙәтеп йөрөй башлаған. Ул автомобиленә ултырғас, ғәйепләнеүсе уның муйынына, күкрәгенә, битенә һәм тәненең башҡа өлөштәренә туғыҙ тапҡыр бысаҡ менән сәнскән. Ваҡытында килеп еткән табиптарҙың ярҙамы менән ҡатын иҫән ҡалған.
Тәфтишселәр, криминалистар һәм полицейскийҙар видеокүҙәтеү камераларын анализлаған, һөжүм итеүсенең маршрутын күҙәтеп барған һәм уның шәхесен асыҡлаған.
Ғәйепләнеүсе сит илгә ҡасырға йыйынған. Ул тәүҙә Мәскәүгә, һуңынан Калининградҡа осҡан, хоҡуҡ һаҡлаусылар уны шунда ҡулға алған.
Енәйәт эше судҡа ебәрелгән.