КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
6 Июня , 17:35

Ир яугирҙың аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә

Октябрьский ҡала суды Өфө кешеһенә ҡарата «банк иҫәбенән ҙур күләмдә аҡса урлау» статьяһы буйынса енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

Ир яугирҙың аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнәИр яугирҙың аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә
Ир яугирҙың аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, февраль айында ир яугирҙың ҡатынына тапшырырға вәғәҙә итеп, уның банк картаһын ала. Аҙаҡтан енәйәтсе был карталағы 800 мең һумдан ашыу аҡсаны үҙләштерә, шулай уҡ букмекер контораһында ставкалар яһай.

Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таныған. Уның быға тиклем милеккә ҡаршы енәйәттәр өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителгәне асыҡланды. Суд уға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 4 йылға иректән мәхрүм итеү язаһын билдәләне, шулай уҡ зыянды ҡаплау тураһында талапты ҡәнәғәтләндерҙе.

автор:Азамат Габдрафиков

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас