

Судтарҙың берләштерелгән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2005 йылдың апрелендә ир Күмертау ҡалаһында таныш ҡатынға 110 мең һум бурысын ҡайтармаҫ өсөн уны үлтерергә була. Ул ҡатынды ергә йығып һала һәм башына бер нисә тапҡыр ҡулдары менән һуға. Артабан, электр сымын алып, ҡатынды быуып үлтерә.
Енәйәт эҙҙәрен йәшерер өсөн, ул мәйетте ваҡиға урынында урынлашҡан ташландыҡ гараждың баҙына ташлай. Мәйет ике йыл үткәс 2007 йылда табыла. Ир оҙаҡ йылдар дауамында үҙенең енәйәткә ҡағылышын йәшергән, шулай уҡ 20 йылдан ашыу ваҡыт буйына шаһитҡа баҫым яһап, уның тәфтиш органдарына үлтереү тураһында мәғлүмәттәрҙе хәбәр итеүенә ҡамасаулаған.
Күмертау ҡала-ара суды ҡатынды үлетереүҙә ғәйепләнгән 47 йәшлек ирҙе ҡулға алған.
фото:Судтарҙың берләштерелгән матбуғат хеҙмәте