КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
5 Июня , 18:48

Йылға буйында ҡот осҡос табыш...

Ярты йыл үткәс һыуытҡысты асып ҡараһалар...

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтеБашҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте

2026 йылдың майында Ағиҙел йылғаһы ярында Салауат ҡалаһының баҡсасылыҡ ширҡәте эргәһендә һыуытҡыста кеше мәйетен тапҡандар. Тәфтишселәрҙең һәм Эске эштәр министрлығының оператив хеҙмәткәрҙәренең берҙәм эш итеүе арҡаһында мәрхүм булған 67 йәшлек ирҙең аралашыу даирәһе билдәләнә, шулай уҡ уның һуңғы тапҡыр ҡайҙа һәм кем менән булғаны асыҡлана. Тиҙҙән үлтереүҙә ғәйепләнеүсе ҡулға алына.

Асыҡланыуынса, 2025 йылдың декабрендә Салауат ҡалаһында фатирҙа бер ир таныштары менән спиртлы эсемлектәр эскән саҡта, 67 йәшлек ир менән талашып, уны туҡмап үлтергән. Үҙенең ни эшләгәнен аңлап, ғәйепле кеше енәйәт эҙҙәрен йәшерергә була. Ул танышы менән иҫке генә һыуытҡыс һатып алып, мәйетте шунда тығып, машина яллап, уны Ағиҙел йылғаһы ярына, баҡсасылыҡ ширҡәте янына алып барып ташлай...

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Йылға буйында ҡот осҡос табыш...
Фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас