Яугирҙың ҡатынын һәм туғанын алдап ҙур суммала аҡсаны үҙләштергән

  

Яугирҙың ҡатынын һәм туғанын алдап ҙур суммала аҡсаны үҙләштергәнЯугирҙың ҡатынын һәм туғанын алдап ҙур суммала аҡсаны үҙләштергән
Яугирҙың ҡатынын һәм туғанын алдап ҙур суммала аҡсаны үҙләштергән

Өфө ҡалаһы Калинин районы прокуратураһы урындағы 35 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Уны мутлашыуҙа ғәйепләйҙәр.

Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, былтыр апрелдә-майҙа ғәйепләнеүсе танышына махсус хәрби операция биләмәһенән туғанын һаулыҡ торошо буйынса ваҡытынан алда ҡайтарыуҙы «ойошторорға» тәҡдим иткән. Ысынында ирҙең быны эшләү мөмкинлеге булмай, әммә ул мессенджерҙағы ялған хаттар ярҙамында ҡатынды үҙенең эштәренең ысынбарлығына ышандыра.

Һөҙөмтәлә хәрбиҙең ҡатыны һәм уның туғаны, йәнәһе медицина документтарын һәм транспорт сығымдарын ҡаплау өсөн, ғәйепләнеүсегә 200 мең һум самаһы аҡса күсергән.

Тикшереү барышында ир үҙенең ғәйебен таныған һәм бөтә аҡсаны ла кире ҡайтарған. Хәҙер был эште судта ҡараясаҡтар.

 

фото:Мария Выблова.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас