

Башҡортостандың Нуриман районында 22 йәшлек егет күршеһен сүкеш менән һуғып үлтергән.
БР Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, ул ҡулға алынған. Тәфтишселәр буйынса, 2026 йылдың 19 майында ғәйепләнеүсе Красная Горка ауылында яңы ғына күсеп килгән 32 йәшлек күршеһендә ҡунаҡта була һәм спиртлы эсемлектәр эсә. Шул саҡта ирҙәр араһында низағ сыға. Икенсе көндө ғәйепләнеүсе ҡулына сүкеш алып, күршеһенең өйөнә кире килә һәм уның башына биш тапҡыр һуға. Алынған тән йәрәхәттәренән 32 йәшлек ир урында уҡ вафат була.
Егет үҙе был хаҡта полицияға хәбәр иткән һәм енәйәт урынынан китмәйенсә, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың килгәнен көткән. Хәҙер уны ҡулға алғандар.