Ҡатындан үс алам тип мунсаһына ут төрткән...

  

Ҡатындан үс алам тип мунсаһына ут төрткән...Ҡатындан үс алам тип мунсаһына ут төрткән...
Ҡатындан үс алам тип мунсаһына ут төрткән...

Илеш районы полицияһына 39 йәшлек ҡатындың мунсаһы янып китеүе тураһында хәбәр килгән.

Участковый 62 йәшлек ирҙең был ваҡиғала ҡатнашыуын асыҡлаған. Ғәйепләнеүсе полиция бүлегенә тикшереү өсөн килтерелә. Ул ғәйебен таныған һәм енәйәттең мотивы - ҡатынға үпкәләү булыуын аңлата. Мунса хужабикәһе бер нисә тапҡыр енәйәтсенән шаяртып көлгән.

Был факт буйынса «мөлкәтте аңлы рәүештә юҡ итеү йәки зыян килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡулға алынған кешегә ҡарата һаҡ аҫтына алыу сараһы һайлана.

 

 

фото:Ксения Калинина (Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас