

Мәләүез район-ара прокуратураһы 39 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Ул «граждандарға ҙур зыян килтереп, банк иҫәбенән урлау» статьяһы буйынса ғәйепләнә.
Прокуратура версияһы буйынса, 2025 йылдың авгусынан сентябренә тиклем ҡатын, яраланғанға бәйле отпускыла булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы танышын ҡарай. Уның кеҫә телефонына һәм банк ҡушымталары паролдәрен белеп ҡалғас, ул йәшерен рәүештә уның иҫәбенән 80 мең һумдан ашыу аҡса урлай.
Енәйәт эше Мәләүез район судында ҡараласаҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.
фото:Азамат Абдрафиҡов