

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда ир «Ғаилә» программаһы буйынса социаль ярҙам һорап дәүләт учреждениеһына мөрәжәғәт иткән. Ул мини-пекарня өсөн ҡорамалдар һатып алырға ниәтләгән бизнес-план тәҡдим итә. Ғариза хупланғандан һуң аҡса уның иҫәбенә күсә.
Тикшереү барышында ирҙең эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә йыйынмауы асыҡлана. Аҡсаны маҡсатлы тотоноу күренешен тыуҙырыу өсөн ул полиция хеҙмәткәрҙәренә 280 мең һумлыҡ ҡыҙҙырыу шкафын күрһәтә. Әммә был ҡорамалдың электән уның ҡулланылышында булыуы асыҡлана. Ғәмәлдә бөтә 350 мең һум аҡса урлана һәм уның шәхси ихтыяждарына тотонола.
Мутлашыу факты буйынса «ҙур күләмдә мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү бара.
фото:Азамат Абдрафиҡов.