Руль артына иҫерек килеш ултырған ҡатындың "Мерседес"ын конфискациялағандар

  

Руль артына иҫерек килеш ултырған ҡатындың  "Мерседес"ын конфискациялағандарРуль артына иҫерек килеш ултырған ҡатындың  "Мерседес"ын конфискациялағандар
Руль артына иҫерек килеш ултырған ҡатындың "Мерседес"ын конфискациялағандар

Ҡабаттан эскән килеш йөрөгәне өсөн Өфөлә суд ҡатындың "Мercedes-Benz" автомобилен конфискациялаған.

Киров район суды урындағы ҡатынға ҡарата «быға тиклем шундай уҡ хоҡуҡ боҙоу өсөн административ язаға дусар ителгән кешенең иҫерек килеш автомобиль менән идара итеүе» статьяһы буйынса енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығара.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 2025 йылдың июнендә ҡатынды ГАИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Медицина тикшереү уның Mercedes-Benz автомобилен иҫерек килеш йөрөткәнен раҫлай. Быға тиклем ханым бындай хоҡуҡ боҙоу өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған була.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таный. Суд уға 260 сәғәт мәжбүри эш төрөндәге яза тәғәйенләй һәм транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан 1 йыл 6 айға мәхрүм итә. Бынан тыш, Mercedes-Benz автомобиле дәүләт килеменә тартып алына.

 

 

ФОТО: КСЕНИЯ КАЛИНИНА | ИА «БАШИНФОРМ»

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас