Әлеге мәлдә лә илдәге хәл-торош ҡатмарлы, һәр бер яңылыҡты халыҡҡа дөрөҫ ҡабул итергә өйрәтергә кәрәк. Ни өсөн шулай, сөнки интернет селтәрендә таралған вируслы хәбәрҙәр ниндәйҙер күләмдә кеше аңына һеңеп ҡала. Һөҙөмтәлә дәүләткә, рәсми вәкилдәргә, ҡоро яңылыҡтарға ышаныс кәмей, сөнки быны аңлауы ҡыйын, ҡабул итке килмәй.
Фейк яңылыҡтар күбеһенсә ваҡиғаның ҡайһы илдә булыуын, аныҡ ваҡытын, кем тарафынан, ниндәй саралар ярҙамында башҡарылыуы – конкрет исемдәр менән нығытылмай. Ғәҙәттә, алдаҡ яңылыҡтар үҙ медия ресурстарында монетизация яһау ысулы, шулай уҡ магазиндарҙа ниндәйҙер тауар хаҡын, һатып алыу ҡеүәтен арттырыу өсөн ҡулланыла. Быны ниндәйҙер кимәлдә һәр кем аңлай, әммә төрлө яҡтан яуҙырған хәбәрҙәргә нисек ҡаршы торорға һуң? Етмәһә, һәр һүҙгә ышаныусан йәмғиәт осоронда йәшәйбеҙ. Бында бер генә кәңәш - иғтибарлыраҡ булырға, тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәнергә, ысынбарлыҡты ялғандан айыра белергә. Фейк таратҡан өсөн штрафтар күтәрелде. 500 мең һумдан алып, хатта төрмәгә тиклем янай.
Хужа Насретдин тураһындағы көләмәстәр иҫкә килеп төшә. Дуҫтарын шаярырға теләп, тау артында Ҡыш бабай кәнфит тарата, тип алдай ул. Бөтәһе лә тауға табан йүгерә башлағас, үҙе лә быға ышанып, улар артынан китә...