Һәм йыш ҡына енәйәтселәр үҙҙәренең ҡара эштәрен башҡарыу өсөн иң яҡланмаған һәм көсһөҙҙәрҙе - бәлиғ булмағандарҙы һайлай.
Йәш граждандарҙы экстремистик һәм террористик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү өсөн енәйәтселәр социаль селтәрҙәргә һәм мессенджерҙарға таяна. Интернет селтәре провокаторҙарға үҫмерҙәрҙең мәғлүмәтте еңел йыйырға һәм шәхси биттәрен анализларға мөмкинлек бирә. Улар айырыуса үҙенең сәйәси, дини һәм башҡа ҡараштарын әүҙем белдергән, әммә аныҡ ҡына позицияһы булмағандарҙы һайлай. 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе өлкәндәргә ҡарағанда терроризмға йәлеп итеү күпкә еңелерәк.
Шуны иҫтә тотоу мөһим: диверсия өсөн, РФ енәйәт кодексының 281-се статьяһына ярашлы, 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Бынан тыш, терроризм акттары өсөн 15 йылдан 20 йылға тиклем төрмәгә ултыртырға мөмкин (205-се статья). Енәйәт яуаплылығы 16 йәше тулғанда, ауыр енәйәттәр өсөн 14 йәштән башлана. Бәлиғ булмағандар килтергән зыян өсөн уның ата-әсәһе йәки законлы вәкилдәре яуаплы.