

Полиция хеҙмәткәрҙәре Шаран районы мәктәптәренең береһендә директорҙың бюджет аҡсаһын урлауын асыҡлай. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, 2022 йылдан 2026 йылға тиклем ҡатын 50 йәшлек туғанын һаҡсы вазифаһына ялған рәүештә урынлаштырған. Ир штатта иҫәптә тора, әммә ғәмәлдә эшләмәй, ә уның эш хаҡын директор үҙенә алған.
Енәйәт схемаһы дүрт йыл тиерлек ғәмәлдә була һәм 1 миллион һумдан ашыу аҡса урларға мөмкинлек бирә. Ғәйепләнеүсегә ҡарата мутлашыу буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
фото:Башинформ