

11 апрелдә төндә Сибайҙа Ленин урамындағы йорттоң подъезында күрше райондан килгән 31 йәшлек ҡатын икенсе ҡатындың аҡсаһын урлаған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алынған ҡатын менән икенсе енәйәт эше буйынса һөйләшкәндә уның тағы ла бер талауҙа ҡатнашыуын асыҡлай.
Уның һүҙҙәренсә, Сибай урамдарының береһендә ул 42 йәшлек ҡатын менән танышҡан. Яңы шешәләш әхирәттәр араһындағы күңелле аралашыуҙы Ленин урамындағы йорттарҙың береһенең подъезында дауам итергә ҡарар ителә. Һуңыраҡ, йәнәһе аҡсаһын һаҡлап ҡалыу һәм алкоголгә сарыф итмәү өсөн, Сибайҙа йәшәүсе ҡатын енәйәтсегә 4 мең һум аҡса бирә. Бер мәл яңы әхирәттәр араһында низағ ҡуба. Сибайҙа йәшәүсе 42 йәшлек ҡатын аҡсаһын кире ҡайтарырға маташҡан, әммә яңы әхирәте уның битенә һуҡҡан.
Факттар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
фото:Башинформ