КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
14 Апреля , 16:47

13 йыл үткәс ҡыҙҙы үлтереүсе ҡулға алына

Балдыҙы апаһына уларҙың яҡын мөнәсәбәттәре тураһында һөйләү менән янаған

13 йыл үткәс ҡыҙҙы үлтереүсе ҡулға алына13 йыл үткәс ҡыҙҙы үлтереүсе ҡулға алына
13 йыл үткәс ҡыҙҙы үлтереүсе ҡулға алына

Тәфтиш комитеты 2013 йылдың яҙында үлтереүҙә ғәйепләнгән Ишембайҙа йәшәгән 46 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.

Тәфтиш версияһы буйынса, 2013 йылдың 7 апрелендә ғәйепләнеүсе ир балдыҙы (ҡатынының һеңлеһе) менән бергә ҡала эргәһендә була. Улар араһында бәхәс башлана: балдыҙы апаһына - ирҙең ҡатынына уларҙың яҡын мөнәсәбәттәре тураһында һөйләү менән янай. Конфликт барышында ир балдыҙының башына ҡулдары менән һуға һәм аяҡтары менән күп тапҡыр тибә. Баш һөйәге йәрәхәтенән ҡыҙ шунда уҡ вафат була.

Енәйәт эҙҙәрен йәшереү өсөн, енәйәтсе һәләк булған ҡыҙҙың кәүҙәһен траншеяға ташлай һәм ер менән ҡаплай. Артабан  12 йыл дауамында ул тирә-яҡтағыларҙы алдап, ҡыҙҙың юғалыуы тураһында ялған мәғлүмәт бирә. Оҙаҡ йылдар эҙләнеүҙәр һөҙөмтә бирмәй.

Әммә 2025 йылда тәфтишселәр һәм криминалистар эш материалдарына кире ҡайта. Өҫтәмә тикшереү эштәре алып барып, яңы шаһиттар асыҡлап, улар ирҙең ҡатын-ҡыҙҙың юғалыуына ҡатнашлығы тураһында кире ҡаҡмаҫлыҡ дәлилдәр таба.

2025 йылдың июлендә фигурант ҡулға алына. Йыйылған дәлилдәрҙең ауырлығы аҫтында ул ғәйепле булыуын танып, мәйеттең йәшеренгән урынын күрһәтә. 2025 йылдың октябрендә был участканы тикшереү барышында һөйәктәр табыла. Экспертиза һәләк булған ҡатындың шәхесен, шулай уҡ үлемдең сәбәптәрен  раҫлай, был тикшереү версияһына тулыһынса тап килә.

Әлеге ваҡытта тәфтишселәр етерлек дәлилдәр базаһын йыйған. Ғәйепләү һығымтаһы раҫланған енәйәт эше судҡа асылы буйынса ҡарау өсөн ебәрелгән.

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас