Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
15 Ғинуар , 12:04

Ат ҡараҡтары тотолған..

Ауылдан 3 километр алыҫлыҡта йылҡының ҡалдыҡтары табылған

Ат ҡараҡтары тотолған..
Ат ҡараҡтары тотолған..

Әбйәлил районы Рысҡужа ауылының 59 йәшлек кешеһенең атын һунарсылар атып үлтерә һәм урлай. Ир полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул ауылдан 3 километр алыҫлыҡта урманда, ғәҙәттә йылҡылар тибенлектә йөрөгән урында, үҙенең атының ҡалдыҡтарын тапҡанын һөйләгән.

Полиция күрше Тирмән ауылынан 52 һәм 43 йәшлек ике ирҙең квадроциклда һунарға сығыуын асыҡлай. Һунар уңышһыҙ тамамланғас, ирҙәр йылҡы өйөрөн күргәс, уларҙың береһен атып үлтерергә ҡарар итәләр. Шунан улар хайуандың итен  өйҙәренә алып ҡайталар. Ғәйепләнеүселәр асыҡлана һәм полиция бүлегенә оҙатыла, унда улар ғәйебен таныйҙар. 

Был факт буйынса «урлау» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

 

фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте

Ат ҡараҡтары тотолған..
Ат ҡараҡтары тотолған..
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас