Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
6 Ғинуар , 14:15

ГИБДД-ның чат-боты ярҙамында иҫерек водитель тотолған

  

ГИБДД-ның чат-боты ярҙамында иҫерек водитель тотолған
ГИБДД-ның чат-боты ярҙамында иҫерек водитель тотолған

Ишембайҙа Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иҫерек водителде махсус чат-бот ярҙамында ҡулға алған.

Ишембай районының юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре дәүләт автоинспекцияһының чат-ботынан вайымһыҙ булмаған граждандан "Киа" автомашинаһының иҫерек водителе мәктәп биләмәһенән сығып китеүе тураһында мәғлүмәт алған.

Экипаж шунда уҡ күрһәтелгән адрес буйынса сыға һәм автомобилде таба. Хәбәр раҫлана, тикшереү водителдең иҫерек булыуын күрһәтә.

Ҡануниәтте тупаҫ боҙған өсөн водитель РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.8 статьяһының 1-се бүлеге буйынса иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара иткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Автомобиль штраф туҡталҡаһына ҡуйылған.

Видео: ГАИ РБ
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас