Бөтә яңылыҡтар
КЕШЕ ҺӘМ ЗАКОН
9 Декабрь 2025, 10:23

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам тураһында закон проекты

Дәүләт Думаһы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам тураһында закон проектын ҡарарға йыйына

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам тураһында закон проекты
Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам тураһында закон проекты

Бөгөн депутаттар икенсе уҡыуҙа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән закон проектын ҡарай. Бындай ҡарарҙы Дәүләт Думаһы Советы ҡабул итте, тип белдерҙе рәйес Вячеслав Володин.

«Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең статусы тураһында» федераль законға сираттан тыш торлаҡ субсидияһы алыуға хоҡуғы булған хәрби хеҙмәткәрҙәр категориялары исемлеген киңәйтеү йәһәтенән үҙгәрештәр индерергә тәҡдим ителә. Уға инвалид бала тәрбиәләгән хәрбиҙәр ҙә инә.  

«Төбәктәргә үҙ бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләрен торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса өҫтәмә ярҙам сараларын индереү хоҡуғы бирергә тәҡдим ителә», — тине Володин.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-12-09/gosduma-rassmotrit-zakonoproekt-o-doppodderzhke-semey-voennosluzhaschih-4498843

Автор: Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас